ЙӘМҒИӘТ
5 Май 2022, 06:31

Башҡортостанда бер егет мөхәббәт өсөн наркотик һалыу менән шөғөлләнә башлаған

-

Башҡортостанда бер егет мөхәббәт өсөн наркотик һалыу менән шөғөлләнә башлағанБашҡортостанда бер егет мөхәббәт өсөн наркотик һалыу менән шөғөлләнә башлаған
Башҡортостанда бер егет мөхәббәт өсөн наркотик һалыу менән шөғөлләнә башлаған
Дүртөйлө районында Мәскәү-Өфө трассаһында полицейскийҙар ҙур суммала аҡса алыу өсөн бер килограмға яҡын наркотик алып китеп барған йәштәрҙе тотҡан.

Тәүгеләрҙән булып был законһыҙ эшкә Нефтекамала йәшәгән 21 йәшлек егет тотонған. Ул 16 йәшлек ҡыҙға ғашиҡ булған.

🎁Ҡыҙҙы үҙенә ҡаратыу өсөн ҡиммәтле бүләктәр һәм сәскәләр ташыған, ресторанға йөрөткән.

Үҙе бер ҡайҙа ла эшләмәгәс, еңел аҡса табыу өсөн интернет-магазинға наркотик һалыусы булып эшкә төшкән. Ҡыҙ уның был ҡылығын хуплаған, һуңынан үҙе лә уға ярҙамлаша башлаған.

Аҙаҡ егет дуҫын да ошо эшкә йәлеп иткән. Улар наркотиктарҙы йәшерен урындарҙа ҡалдырған. Хәҙер йәштәр һаҡ аҫтында.
 
Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар
Автор:
Читайте нас