


"Көтөп тор, бәхетең бәхетһеҙлеккә әйләнеп ҡуймаһын", – тип яуаплаған атаһы. Ысынлап та, улы айғырҙы еккегә өйрәтеп маташҡанда, аттан ҡолап, аяғын һындырған. "Атай, бөгөн иң бәхетһеҙ көнөм булған икән...”, – тигән улы. Атаһы:"Сабырлыҡ. Ваҡыт күрһәтер. Бәлки бөгөнгө бәхетһеҙлегең бәхеткә әйләнер", – тип яуап ҡайтарған. Бер-нисә көндән ғәрәсәтле һуғыш башланып, өйҙән-өйгә йөрөп, бөтә һау ирҙәрҙе һуғышҡа алып китәләр ти...
Шуның өсөн дә бөгөнгө бәхетлелек тойғоларың бәлки бәхетһеҙлек башылыр...
Кемдеңдер әлеге сәғәттә бәхетһеҙлеге өсөн йөрәк әрнеүе – бәхеткә ишектер...
Тимәк, ваҡыт күрһәтер, сабыр булайыҡ.
Фото: pics.loveplanet.ru