ЙӘМҒИӘТ
4 Май 2022, 08:22

Сочиға – тура рейс

NordStar  авиакомпанияһы Өфөнән Сочи ҡалаһына яңы тура рейс асыласағы тураһында белдерҙе.

Сочиға – тура рейсСочиға – тура рейс
Сочиға – тура рейс

Йәй башынан, 3 июндән, һәр йома һайын Boeing-737-800 самолёты осасаҡ. Юлға 3 сәғәт тә 35 минут ваҡыт китәсәк. Өфөнән 15 сәғәт 10 минутта сығып, Сочиҙағы ваҡыт менән ундағы аэропортҡа 16 сәғәт 35 минутта барып етәсәк. Шулай уҡ йома көндө Башҡортостанға ҡайтырға мөмкин буласаҡ. Самолёт Сочи ҡалаһынан 17 сәғәт 35 минутта осоп китһә, Өфө ваҡыты менән 23 сәғәт 10 минутта ҡайтып етәһең.

Фото: yandex.ru

 
Сочиға – тура рейс
Сочиға – тура рейс
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Автор:
Читайте нас