

Аҡъюл ауылында көн итеүсе Фазылйән Саҙретдин улы һәм Фәнүзә Мөхәмәтйән ҡыҙы Ишемғоловтар - күркәм ғаилә пары. Быйыл уларҙың никахтарын теркәүҙәренә 50 йыл!
Шулай уҡ, 29 апрелдә Фазылйән Саҙретдин улы үҙенең 75 йәшен билдәләне.
Ишемғоловтар биш балаға - өс ҡыҙ, ике улға ғүмер биргән, татыулыҡта ғүмер иткән, өлгөлө ғаилә. Улар икеһе лә оҙаҡ йылдар Салауат исемендәге колхозда малсылыҡ тармағында эшләйҙәр. Эштә лә гел алдынғы булалар. Фәнүзә Мөхәмәтйән ҡыҙы - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы эшсеһе.
Бөгөн Ишемғоловтарҙы тәбрикләп, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтан, Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Рөстәм Шәриповтан, ауыл биләмәһе хакимиәтенән бүләктәр һәм ҡотлау сәләме тапшырылды. Шулай уҡ ауылдаштар ҙа изге теләктәр һәм бүләктәр менән килделәр.
Фазылйән Саҙретдин улына һәм Фәнүзә Мөхәмәтйән ҡыҙына ныҡлы һаулыҡ, именлек, балалар һәм ейән-ейәнсәрҙәр хөрмәтендә оҙаҡ парлы ғүмер теләйбеҙ!