ЙӘМҒИӘТ
28 Апрель 2022, 05:15

Йәнтештәр Һарыҡ йөнөн ҡырҡыу өмәһендә булды

Был йола ауылдың абруйлы ғаиләһе Зөлфиә һәм Мәжит Моталовтарҙың йортонда үттҽ. 

Йәнтештәр Һарыҡ йөнөн ҡырҡыу өмәһендә булдыЙәнтештәр Һарыҡ йөнөн ҡырҡыу өмәһендә булды
Йәнтештәр Һарыҡ йөнөн ҡырҡыу өмәһендә булды

Тирә- яҡ йәшәрә, йәмләнә, ауылдарҙа өмәләр гөрләй. Йәнтештәр Һарыҡ ҡырҡыу өмәһенә йыйылды. Был йола ауылдың абруйлы ғаиләһе Зөлфиә һәм Мәжит Моталовтарҙың йортонда үттҽ. Алсаҡ күңелле һәм эшһөйәр хужалар ауылдың иң хөрмәтле ғаиләләренең береһе.
Бына уларҙың ҡотло йорт ихатаһында ҡатын-ҡыҙҙар ҡулдарында ҡайсыларын уйнатып, һарыҡ ҡырҡыу менән мәж килә. Эшкә фатиха биреп: "Һарыҡты башынан башлап ҡырҡһаң - бәрәсе орғасы, ҡойроҡ яғынан башлаһаң - тәкә була, тиҙәр. Малды үрсетәм тиһәгеҙ, башынан башлағыҙ", - тинҽләр. Өмәсҽләр ҡырҡҡан һарыҡҡа бына ошо матур епте бәйләп ҡуяйым әле, минең ҡулым бәрәкәтле булһын, ҡышҡылыҡҡа игеҙ бәрәсләп бирһен", - тип юранылар. Ә өмәселәрҙең береһе ул һалған йөндө үлсәп ҡарай һалып: "Хужаларға афарин, һарыҡтарҙы яҡшы ҡараған - 4 кило тартты!" - тине.
Өмәселәр йырлап-гөрләп һарыҡ ҡырҡты.
Йөндән эшләнгән кейеҙ, балаҫ, быйма, ойоҡбаш-бейәләй, толоп, тун, баш кейеме һәм башҡалар бик файҙалы.
Беҙ инәйҙәрҙән һарыҡ йөнөнөң файҙаһы тураһында ла күп мәғлүмәт ишеттек. "Һарыҡтың ите, йөнө, тиреһе - барыһы ла файҙалы. Борон йөндән кейеҙ һәм тула баҫып, тирмә ҡорғандар, кейем теккәндәр. Йәш килендәрҙең бирнәһендә һарыҡ йөнөнән эшләнгән зиннәтле балаҫтар булһа, егеттәр ҡалымға һарыҡ биргән. Тиреһе дауа өсөн ҡулланылған, йәғни һалҡын тейҙергән кешене яңы һуйылған һарыҡ тиреһенә урап һалғандар, эс майын иретеп эсергәндәр, тәненә япҡандар. Сайырлы һарыҡ йөнөн быуындар һыҙлағанда бәйләгәндәр, баш ауыртҡанда мендәр эшләп яҫтанғандар"
Һарыҡ йөнөн ҡырҡыу өмәһе барлыҡ йолаларҙы теүәл башҡарып, юғары кимәлдә үтте.
Өмәселәрҙең теләк-фатихалары һәм еңел ҡулы менән эш ырамлы һәм дәртле барҙы.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас