ЙӘМҒИӘТ
24 Апрель 2022, 17:55

Халыҡ өсөн – халыҡ менән бергә

Бөгөнгө көндә Хәйбулла районының урындағы үҙидара органдарында 140-тан ашыу кеше эшләй. Көн һайын улар районды социаль-иҡтисади йәһәттән үҫтереү, биләмәләрҙе төҙөкләндереү, халыҡты коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү мәсьәләләрен һәм ауыл тормошоноң башҡа көнүҙәк мәсьәләләрен хәл итә.

Район мәҙәниәт йортонда Урындағы үҙидара көнөнә арналған тантаналы сараға район хакимиәте хеҙмәткәрҙәре, ветерандары, район активы, ауыл биләмәләре башлыҡтары һәм белгестәре йыйылды.

Артабан сара бүләкләү тантанаһы менән дауам итте. Аҡъяр ауыл Советы пенсионеры Гөлшат Яҡупова юғары һөнәри оҫталығы һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Башҡортостан Республикаһы Башлығының почет грамотаһы менән тәбрикләнде. Маҡан ауылының «Миләшкәй» балалар баҡсаһына «Иң яҡшы мәғариф учреждениеһы» республика конкурсында 1-се урын алған өсөн мәғариф профсоюзының дипломы тапшырылды.

Үҙидара өлкәһендә тырышып хеҙмәт итеүселәргә – бер төркөм муниципаль хеҙмәткәрҙәр, район активистары, ауыл биләмәһе Советтары депутаттары «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр советы» ассоциацияһының, район хакимиәтенең Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары менән билдәләнде.

Күркәм сара Украинала махсус операцияны һәм Рәсәй армияһын яҡлап уҙғарылған  “ZаРоссию” (“Рәсәй өсөн”) музыкаль-патриотик концерты менән тамамланды.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас