ЙӘМҒИӘТ
21 Апрель 2022, 05:52

Радий Хәбиров дәүләт хеҙмәтенән киткәс нимә менән шөғөлләнергә йыйыныуы хаҡында һөйләне

-

Радий Хәбиров дәүләт хеҙмәтенән киткәс нимә менән шөғөлләнергә йыйыныуы хаҡында һөйләнеРадий Хәбиров дәүләт хеҙмәтенән киткәс нимә менән шөғөлләнергә йыйыныуы хаҡында һөйләне
Радий Хәбиров дәүләт хеҙмәтенән киткәс нимә менән шөғөлләнергә йыйыныуы хаҡында һөйләне

Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты студенты Софья Шинина юғары уҡыу йорто уҡытыусылары һәм студенттары менән осрашыу ваҡытында Башҡортостан Башлығынан дәүләт хеҙмәтенән киткәс нимә менән шөғөлләнергә йыйыныуы хаҡында һораны.

«Иртәме-һуңмы дәүләт хеҙмәтен ҡалдырасағымды аңлайым, әлбиттә, хеҙмәт юлымды юғары уҡыу йортонда уҡытыусылыҡ эшмәкәрлеге менән тамамлау яҡшы булыр ине. Үҙемдең тәжрибәмде студенттарға тапшырырға һәм уларға лекциялар уҡырға теләгәйнем. Интеллектуаль эшмәкәрлек мейене әүҙемерәк эшләргә мәжбүр итә, шунһыҙ кеше һүнә, минеңсә, ғилми һәм уҡытыу эше – мейе өсөн иң яҡшы күнекмә. Республика етәксеһе итеп тәғәйенләнгәс, ҡайһы берҙә һеҙгә килеп, лекциялар уҡырға тигән уйым бар ине. Ләкин һуңынан Башҡортостан етәксеһенең эш графигы лекцияларға яҡшы итеп әҙерләнергә мөмкинлек бирмәүен аңланым, быны формаль рәүештә генә эшләргә теләмәйем», – тине Радий Хәбиров.
Автор:Азат Ғиззәтуллин.
Фото:Олег Яровиков.
Автор:
Читайте нас