ЙӘМҒИӘТ
21 Апрель 2022, 09:04

Башҡортостанда балыҡ тотоу тыйыла

25 апрелдә Башҡортостанда балыҡ тотоуға сикләүҙәр индерелә, ул 5 июнгә тиклем дауам итә.

Башҡортостанда балыҡ тотоу тыйылаБашҡортостанда балыҡ тотоу тыйыла
Башҡортостанда балыҡ тотоу тыйыла

Балыҡсыларға бер ҡулға бер ҡармаҡ менән генә балыҡ тоторға рөхсәт ителә. Ҡармаҡ бер йәки ике ырғаҡлы булырға тейеш.

“Башкирия” милли паркы иҫегеҙгә төшөрә: әгәрҙә ҡармаҡҡа бәрҙе, форель, таймен кеүек балыҡтар эләкһә йылдың миҙгеленә ҡарамай уларҙы йылғаға кире ебәреү кәрәк. Сөнки был балыҡтар Башҡортостандың “Ҡыҙыл китабына” индерелгән.

Автор:Лена Валиуллина.
https://aulut.ru/articles/novosti/2022-04-21/bash-ortostanda-baly-totou-tyyyla-2778455
Автор:
Читайте нас