ЙӘМҒИӘТ
19 Апрель 2022, 04:44

Осоштар йүнәлешен үҙгәрештәр көтә

 “Өфө” аэропортының генераль директоры Александр Андреевтың республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә белдереүенсә, март айында пассажирҙар ағымы 7 процентҡа кәмегән. Был санкциялар һәм сикләүҙәр һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә халыҡ-ара рейстарҙың 60 процентҡа ҡыҫҡарыуы менән бәйле.

Осоштар йүнәлешен үҙгәрештәр көтәОсоштар йүнәлешен үҙгәрештәр көтә
Осоштар йүнәлешен үҙгәрештәр көтә

“Өфө” аэропортының генераль директоры Александр Андреевтың республика Хөкүмәте кәңәшмәһендә белдереүенсә, март айында пассажирҙар ағымы 7 процентҡа кәмегән. Был санкциялар һәм сикләүҙәр һөҙөмтәһендә Рәсәйҙә халыҡ-ара рейстарҙың 60 процентҡа ҡыҫҡарыуы менән бәйле.

Предприятие, яңы шарттарҙа иҡтисади хәлдең киҫкенләшеүен күҙ уңында тотоп, артабанғы эш йүнәлешенең өс сценарийын әҙерләй. Пассажирҙар ағымының һәм шуға ярашлы килемдең 15 процентҡа кәмеүе төп сценарий булып тора. Ул ғәмәлгә ашырылғанда, 2022 йылда пассажирҙар һаны 3,4 миллион кеше тәшкил итәсәк, ә килем – 2,6 миллиард һум. Был йылдағы уртаса күрһәткестән 350 миллион һумға кәмерәк. Оптимистик вариант пассажирҙар ағымының 10 процентҡа ҡыҫҡарыуын күҙ уңында тота, ә ваҡиғалар насар үҫешкән осраҡта, пассажирҙар һаны 25 процентҡа тиклем кәмеүе ихтимал.

“Өфө” аэропорты халыҡ-ара курорттар рейстарын эске туризм үҫешкән төбәктәр йүнәлешенә алмаштырыуҙы планлаштыра. Сочи, Симферополь, Анапа, Минераль Һыуҙар һәм Геленджик аэропорттарына көн һайын ун рейс башҡарыу күҙаллана. Мәскәү йүнәлешендә йәй көнө – кәмендә 12, Санкт-Петербургка көнөнә 4 рейс осасаҡ.

https://bashkizi.ru/news/explain_bash/2022-04-19/ososhtar-y-n-leshen-g-resht-r-k-t-2774657

Автор:
Читайте нас