ЙӘМҒИӘТ
19 Апрель 2022, 10:54

Ҡара ергә баҫыу--оло бәхет тигән боронғолар

Бар тәбиғәт уянған саҡта, наҙ бөркөлгән миҙгелдә тәү башлап көтөү сығыу көнө Мәмбәт ауылы халҡы өсөн үҙенә күрә байрам булды

Ҡара ергә баҫыу--оло бәхет тигән боронғоларҠара ергә баҫыу--оло бәхет тигән боронғолар
Ҡара ергә баҫыу--оло бәхет тигән боронғолар

Һалҡын ҡышты үткәреп йәмле яҙҙын бер иртәһендә Мәмбәт ауылынын эре мөгөҙлө малдары беренсе көтөүгә сыкты.

Ҡара ергә баҫыу--оло бәхет,тигән боронғолар.Ысынлап та, бар тәбиғәт уянған саҡта, наҙ бөркөлгән миҙгелдә тәү башлап көтөү сығыу көнө ауыл халҡы өсөн үҙенә күрә байрам.
Тәү башлап көтөүсегә малдар имен-һау ғына, йомортҡа кеүек йоп-йоморо булып тәгәрәп йөрөһөн өсөн йомортҡа биргәндәр.Кемдер хәйер итеп төрлө ашамлыҡтар биргәндәр. Мал-тыуарҙы һамаҡлап тал сыбығы менән ҡыуғандар һәм "Малдарыбыҙ ҡышҡылыҡҡа ҡурабыҙға теүәл, һимереп инһен" тип теләк теләп, ул сыбыҡты һарайға элеп ҡуйғандар.Был матур йола көтөүселәрҙе ҙурлау, ихтирамлау, уларға түҙемлек һәм һаулыҡ теләү. Әйткәндәй, был матур йола беҙҙең ауылда һаман һаҡланып килә.


#УфаМКРБ #УфаРЦНТРБ #КультураХайбуллы #МамбетовскийСМФК #Праздникпервогорожка

 

 

Автор:
Читайте нас