Фәйрүзә Хәбибуллина Кушнаренко районында йәшәй. Властар уға ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам бүлегендә урын тәҡдим иткән, ләкин ул баш тартҡан. Ҡыҙҙарым Өфөлә түгел, ә урындағы мәктәптә уҡырға теләй, тигән ул.
«Әлеге ваҡытта ата-әсәләр әсәне һәм уның ҡыҙҙарын ваҡытлыса йәшәргә индергән», - тип һөйләне ғаилә сәйәсәте идаралығы етәксеһе Ольга Шахова.
Шахова әйтеүенсә, 2022 йылдың сентябренә тиклем Хәйбуллиндар ғаиләһенә айына 12-шәр мең һум аҡса түләнә башлай. Әсәгә эш тапҡандар - бөгөндән ул кафела ашнаҡсы ярҙамсыһы.
«Май айында бураға тәҙрәләр ҡуйырға йыйынабыҙ, һуңынан белгестәребеҙ йортто милек итеп теркәргә ярҙам итер. Шулай уҡ ғаиләне торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж булараҡ иҫәпкә ҡуйыу мәсьәләһе хәл ителә, әсәгә кәрәкле документтар йыйыуҙа ярҙам күрһәтелә», - тип өҫтәне Ольга Шахова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бығаса 36 йәшлек Фәйрүзә Хәбибуллина балалары менән ҡуртымға алынған бүлмәлә, ә унан алдараҡ ата-әсәһенең янып бөткән йорто участкаһындағы мунсала йәшәгән.
Уның 15 сутый ере һәм бураһы бар. Балаларының аталары ярҙам итмәй, ә үҙе пандемия осоронда эшһеҙ ҡалған.
+22 °С
Болотло



