ЙӘМҒИӘТ
14 Апрель 2022, 07:04

Уҡыусы Реналь Хәбиров Кесе башҡорттар ҡоролтайын ойошторорға йыйына

-

Уҡыусы Реналь Хәбиров Кесе башҡорттар ҡоролтайын ойошторорға йыйынаУҡыусы Реналь Хәбиров Кесе башҡорттар ҡоролтайын ойошторорға йыйына
Уҡыусы Реналь Хәбиров Кесе башҡорттар ҡоролтайын ойошторорға йыйына

Туймазы ҡалаһынан уҡыусы Реналь Хәбиров Кесе башҡорттар ҡоролтайын ойошторорға ҡарар иткән. Маҡсаты — республикабыҙ йәки илебеҙ үҫмерҙәренән тыш, сит илдәрҙә йәшәгән тиҫтерҙәрен дә берләштереү.

Ошо проектты Туймазыла башлап ебәреү һәм уны тейешле кимәлдә үҫтереү тәҡдиме менән ул Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына мөрәжәғәт иткән, тип хәбәр иттеләр йәмәғәт ойошмаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Реналь 7-се мәктәптә һигеҙенсе класта уҡый, йәштәр проекттарында ҡатнаша  һәм спорт менән шөғөлләнә. Проект йәштәр өсөн ҡыҙыҡлы булыр, тип ышана ул.

«Башҡорт ҡоролтайы ҡарамағында Йәмәғәт үҙәге асырға йыйынам, унда республикабыҙҙан, шулай уҡ илебеҙҙән ситтә йәшәгән башҡорт милләтле балалар ҡатнаша. Төп йүнәлештәр — тарих, мәҙәниәт, тел. Диспут-клуб ойошторорға мөмкин. Бөтәһен дә саҡырам, яңылыҡтар менән ҡоролтай сайтында танышырға була», — ти уҡыусы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Реналь Хәбиров 2019 йылда тыуған ҡалаһында «үҙенсәлекле» балаларҙы үҫтереү өсөн «Уйнап уҡыйым» уҡытыу үҙәген ойошторғайны. Быйыл Реналь туғаны Эмиль менән енәйәтсе ҡорбаны булған осраҡта үҙеңде нисек тоторға өйрәткән видеоролик төшөргән.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-13/shkolnik-renal-habirov-reshil-organizovat-malyy-kurultay-bashkir-2768336

Автор:Ләйлә Аралбаева.
Автор:
Читайте нас