ЙӘМҒИӘТ
13 Апрель 2022, 18:21

Яңы Ергән ауылы егете Салауат Рәхмәтов ошо көндәрҙә кәләшле булған икән!

Изге айҙа барлыҡҡа килгән йәш ғаиләнең киләсәге яҡты булһын!

Яңы Ергән ауылы егете Салауат Рәхмәтов ошо көндәрҙә кәләшле булған икән!Яңы Ергән ауылы егете Салауат Рәхмәтов ошо көндәрҙә кәләшле булған икән!
Яңы Ергән ауылы егете Салауат Рәхмәтов ошо көндәрҙә кәләшле булған икән!

Күптән түгел Бәләкәй Арыҫланғол ауылында үткән "Үҫәргән батыры" район бәйгеһендә ҡатнашып, етеҙлеге, әрһеҙлеге, сослоғо менән айырылып торған Яңы Ергән ауылы егете Салауат Рәхмәтов ошо көндәрҙә кәләшле булған икән!

Әбүбәкер ауылы һылыуы Гөлдәниә менән сәстәрен сәскә бәйләп, күркәм никах туйы уҙғарған улар.

Йәштәргә ырыҫлы, бәхетле тормош теләйбеҙ. Изге айҙа барлыҡҡа килгән йәш ғаиләнең киләсәге яҡты булһын!

 

 

Автор:
Читайте нас