

15-16 апрелдә Өфөләге «Торатау» конгресс-холында республика баҡсасыларының беренсе «SMART-баҡсасы» форумы үткәрелә. Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илдус Фәзрахмановтың һүҙҙәренә ҡарағанда, форумда 500-гә яҡын кешенең ҡатнашыуы көтөлә. Улар коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәре рәйестәре, муниципалитет вәкилдәре.
Ике көн дауамында “түңәрәк өҫтәл”дәр артында баҡсасылыҡтың көнүҙәк мәсьәләләрен, атап әйткәндә, баҡсасылыҡ ширҡәттәрен, уның инфраструктураһын үҫтереүҙең хоҡуҡи аспекттары, һанлаштырыу, хәүефһеҙлек кеүек проблемаларҙы тикшереү күҙаллана. «Баҡсасылыҡ ширҡәттәрен үҫтереү йүнәлештәре» пленар ултырышында федераль һәм төбәк эксперттары ҡатнашыуы ҡаралған.
Шулай уҡ форум көндәрендә Конгресс-холл янындағы майҙанда орлоҡтар, баҡса инвентарҙары, үҫентеләр һәм ашламалар күргәҙмә-йәрминкәһе ойошторола.