ЙӘМҒИӘТ
12 Апрель 2022, 04:52

Бөгөн космонавтика көнө!

..

Бөгөн космонавтика көнө!Бөгөн космонавтика көнө!
Бөгөн космонавтика көнө!

Борондан күктәге йондоҙҙарҙың серле емелдәүе һәм йыһан сикһеҙлеге кешеләрҙе үҙенең серлелеге менән арбаған. Бала саҡта күптәр, төпһөҙ зәңгәр күккә төбәлеп, йыһанды иңләү хаҡында хыялланғандыр.

 
 

Борондан күктәге йондоҙҙарҙың серле емелдәүе һәм йыһан сикһеҙлеге кешеләрҙе үҙенең серлелеге менән арбаған. Бала саҡта күптәр, зәңгәр күккә төбәлеп, йыһанды иңләү хаҡында хыялланғандыр. 

1957 йылда Ерҙең тәүге яһалма юлдашы орбитаға сығарыла, ә 1961 йылдың 12 апрелендә Юрий Гагарин кешелек тарихында беренсе булып космосҡа оса. Ер шары тирәһендәге йыһан киңлеген 108 минут эсендә үҙ күҙҙәре менән күргән Юрий Гагарин ысын легендаға әйләнә. Был оло ҡаҙаныш Советтар Союзын донъяла алдынғылыҡҡа сығара, ил абруйын күтәрә. Шулай итеп, Космонавтика көнө 1962 йылдан билдәләнә. 1968 йылда ул рәсми рәүештә байрам көнө булып теркәлә. Ә 2011 йылдан 12 апрель  Халыҡ-ара кешенең космосҡа осоу көнө тип тә йөрөтөлә башлай. Йыһанды яулауҙа Башҡортостандың да роле бар. Өфө приборҙар төҙөү производство берекмәһе ракеталар, спутниктар һәм орбиталь станциялар өсөн ҡорамалдар етештереп, Белорет металлургтары элемтә өсөн махсус йыһаздар эшләп, ярайһы уҡ өлөш индергән. Бөгөн ошо иҫтәлекле көн уңайынан республикала мәҙәниәт һәм белем биреү учреждениеларында төрлө саралар үтәсәк. Заман үҙгәрһә лә, ҡараш шул килеш. Әле лә йәш быуын өсөн Йыһан – мөғжизәле донъя, ә космонавтар бөйөк һөнәр эйәһе булып ҡала. 

 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

 

Автор:Альбина Ғөбәйҙуллина
Автор:
Читайте нас