

Бөгөн гәзитебеҙ уҡыусыларын Әбүбәкер ауылында йәшәүсе ҡул эштәре оҫтаһы Нәркәс Мәмбәтова менән таныштырабыҙ. Был һоҡланғыс ҡатынды ауылда ғына түгел, районда ла беләләр.
Нәркәс Шәмсетдин ҡыҙы оҙаҡ йылдар район үҙәгендә банкта эшләй. Ләкин сәләмәтлеге буйынса, эштән сығырға мәжбүр була.
– Банктан китмәһәм, бындай шөғөлөмдө күҙ алдына ла килтерә алмаҫ инем. Һәүетемсә эшләп тик йөрөр инем.
Шулай бер көн интернет селтәрендә ҡурсаҡ-яҡтыртҡыс күҙгә ташланды. Изолон материалынан эшләнгән ине. Мин шунда уҡ уға ғашиҡ булдым һәм ошолай әйберҙе эшләү теләге уянды. Гай ҡалаһынан өлкән ҡыҙым изолон материалын алып ҡайтып, ике сәғәт эсендә бәләкәй ҡыҙым менән ҡурсаҡты эшләп тә ҡуйҙыҡ. Артабан күршем күреп ҡалып, үҙенең ейәнсәренә заказ эшләне. Һуңынан кәрзиндәр, сәскәләр яһай башланым, – тип һөйләй башланы ул.
Хәҙер ул изолондан ҙур сәскәләр – розалар, лилиәләр яһай. Нәркәс Мәмбәтова ҡыҙыл, алһыу, аҡ һәм сирень төҫтәргә өҫтөнлөк бирә. Уның ҡулдары менән яһалған әйберҙәрҙе ысын сәскәләрҙән айырып булмай, шул тиклем матур эшләнгәндәр.
–Әгәр берәйһе ниндәйҙер әйбергә заказ эшләһә, кемгә бүләк итергә теләүе хаҡында ҡыҙыҡһынам. Сөнки һәр бер кеше үҙенсәлекле. Шулай уҡ ир-егеткә бүләк әҙерләгәндә лә һорашам. Шунан һуң ғына әйбер өҫтөндә эш башлайым.
Был сәскәләр төҫ ташламай, оҙондары ла, ҡыҫҡалары ла бар. Көндәрен йорт йыһаздары янында матур бер биҙәк булып ултырһа, төндәрен яҡтылыҡ нуры һибә, төндөң ҡараңғылығынан ҡотҡара. Ҡайһы саҡта уларҙы тере сәскә менән бутарға ла мөмкин.
Мәҡәләне тулыраҡ гәзитебеҙҙең 13-сө һанында уҡығыҙ.