ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель 2022, 00:04

Яҡшының ҡунағы бер көндә

Хөрмәтулла Үтәшев: "Атайымдың арабыҙҙа юҡлығына 45 йыл да үтеп киткән..."

Яҡшының ҡунағы бер көндәЯҡшының ҡунағы бер көндә
Яҡшының ҡунағы бер көндә

Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев ошо көндәрҙә тыуған еренә – Хәйбулла районына ҡайтҡан. Ул сығышы менән Солтанғужа (хәҙер Таштуғай) ауылынан.

Уны атайсалы бик йылы ҡаршы алған.

“Яҡшының ҡунағы бер көндә”, ти халыҡ. Раҫ икән дә баһа! Тыуған йортомдоң ҡапҡаһын асыуым булды –  ҡустымдарҙың һыйыры ла быҙауланы!” – тип яҙҙы ул социаль селтәрҙәге диуарында.

“Атайымдың арабыҙҙа юҡлығына 45 йыл да үтеп киткән икән... Бер туғандарым йыйылып, атай йортонда атайыбыҙҙың рухына аят уҡыттыҡ. Аҡьярҙағы физкультура-һауыҡтырыу комплексы эргәһендәге һәйкәленә сәскәләр һалдыҡ”, – тип яҙған ул. 

Мәғлүм булыуынса, 2019 йылда Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында данлыҡлы көрәшсе, танылған артист Хөрмәтулла Үтәшевтең атаһы Ғаззали Үтәшевкә бюст асылған.

 

 

Фото: Хөрмәтулла Үтәшевтең “Бәйләнештә”ге сәхифәһенән.

Автор:Рәмилә Мусина

https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-04-08/ya-shyny-una-y-ber-k-nd-2762631

Яҡшының ҡунағы бер көндә
Яҡшының ҡунағы бер көндә
Яҡшының ҡунағы бер көндә
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас