ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель 2022, 18:20

Исҡужиндар ярты быуат бергә!

Йәнтеш ауылында йәшәгән пенсионерҙарҙың яратҡан шөғөлдәре лә бар

Исҡужиндар ярты быуат бергә!Исҡужиндар ярты быуат бергә!
Исҡужиндар ярты быуат бергә!

Ишле ғаилә булыуға ҡарамаҫтан,  Исҡужиндар бөтә ғүмерен  колхоз хеҙмәтенә арнай.  Гөлйыһан Рамаҙан ҡыҙының хеҙмәт стажы—40 йыл. Уның 18 йылында фермала һауынсы булып эшләй. Вәлиәхмәт Мөхәмәт улы мал ҡараусы, ферма мөдире булып эшләй. Хеҙмәт ветерандары бихисап  Почет грамоталары менән бүләкләнгән.

Пенсионерҙарҙың үҙ шөғөлдәре лә бар. Йорт хужабикәһе  ҡул эшенә маһир, бәйләргә  ярата. Тәҙрә төбөндә гөлдәр үҫтерә, йәй етһә, ихаталары сәскәләргә күмелә. Ә Вәлиәхмәт ағай  оҫта балыҡсы. Икәүләп урманға сығып, дарыу үләндәре, еләк-емеш, бәшмәк йыялар.  Исҡужиндар скандинав йөрөү менән шөғөлләнә,  көндә бер нисә саҡрым йөрөп ҡайталар.

Светлана Сахно

https://agriculture.bashkortostan.ru/

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас