ЙӘМҒИӘТ
8 Апрель 2022, 10:23

Ағинәйҙәр ҡоро

Осрашыуҙа көнүҙәк проблемалар буйынса фекер алышып, артабанғы эш пландары ла билдәләне.

Ағинәйҙәр ҡороАғинәйҙәр ҡоро
Ағинәйҙәр ҡоро

Халыҡ сәнғәте һәм Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылына арналып,  “Аулаҡ өй” проекты сиктәрендә ойошторолған мәҙәни сара Бүребайҙа ойошторолдо.

Унда “Ағинәйҙәр” район клубы ағзалары осрашыуы үтте. Әһәмиәтле сарала Әбүбәкер, Степной, Иләс, Яңы Ергән, Степной ауылдарынан оло быуын вәкилдәре ҡатнашты.

Бүребайҙың “Ағинәйҙәр” клубы “Бәпес ебе” исемле башҡорт халыҡ йолаһын күрһәтте. Артабан улар ҡунаҡтарҙы “Йәшел байлыҡ” дарыу үләндәре күргәҙмәһе менән таныштырып, уларҙың шифаһы тураһында һөйләнеләр. Оҫтабикәләрҙең ҡул эштәре лә бер кемде лә битараф ҡалдырманы. Был осрашыуҙа көнүҙәк проблемалар буйынса фекер алышып, артабанғы эш пландарын билдәләне.

 

 

 

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас