ЙӘМҒИӘТ
6 Апрель 2022, 07:11

Онотолоп барған йоланы тергеҙеп

Яңы Ергән ағинәйҙәре ҡар һыуына барҙылар

Онотолоп барған йоланы тергеҙепОнотолоп барған йоланы тергеҙеп
Онотолоп барған йоланы тергеҙеп
Борон-борондан беҙҙең ырыу башҡорттары араһында тауға, ҡар һыуына барыу йолаһы булған. Һыуға март бурандары тынып, ҡар шәкәрләнеп ирей башлағас, апрель баштарында барғандар. Ошо йоланы тергеҙеү маҡсатында беҙҙең Яңы Ергән ауылы Ағинәйҙәре лә ҡар һыуына барыу йолаһын башҡарҙылар.
Үҫеп килгән йәш быуын онотолоп барған йолаларҙы ла белеп үҫергә тейештәр һәм шул маҡсаттан сығып, был байрамда балаларҙа йәлеп ителде.
Ҡатнашҡан барлыҡ Ағинәйҙәргә һәм шул уҡ Рәшит ағай менән Әнисә апай Хәсәновтарға, уларҙың ейән-ейәнсәрҙәренә оло рәхмәттәремде еткергем килә.
 

https://vk.com/id411911070

 
 
Автор:
Читайте нас