ЙӘМҒИӘТ
6 Апрель 2022, 10:57

“Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһы – 2022” билдәләнде

Бәйге

“Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһы – 2022” билдәләнде“Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһы – 2022” билдәләнде
“Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһы – 2022” билдәләнде

Ашнаҡсы – иң тыныс, тәмле, ижади һәм файҙалы һөнәр. Ашнаҡсының нимә менән шөғөлләнеүе һәр кемгә бала саҡтан таныш, ә ул түҙемлекте, бөхтәлекте һәм теүәллекте талап иткән ысын мәғәнәһендә бик тә мөһим, ауыр эш. Бигерәк тә мәктәп ашнаҡсылары ҙур яуаплылыҡ тота. Әгәр ҙә ҡорһаҡта “бүреләр олой” башлаһа, кемдер: “Ашнаҡсы ла булдымы һөнәр”, - тип бик яңылышыр. Ашамайынса бер кем дә түҙеп тора алмай шул. Шуға ла “ашнаҡсы һөнәре – иң мөһиме” тигән фекер менән килешерҙәр.

Һуңғы ваҡытта балаларҙың яҡшы сифатлы туҡланыуына дәүләт кимәлендә айырым иғтибар бүленә башланы: нормативтар билдәләнде, белем биреү учреждениелары ашханаларындағы аш-һыу сифатына контроль һәм ҡаты яуаплылыҡ булдырылды. Һәм был дөрөҫ тә, балаларҙың өйҙә нимә ашауы – ата-әсәләр яуаплылығында. Әммә мәктәптә туҡланыу һәр йәһәттән дөрөҫ, калориялы, витаминдарға бай, беренселәргә лә, өлкән кластағыларға ла сәләмәт, туҡ булырға, мәктәп программаһын үҙләштереүгә мөмкинлек бирерҙәй булырға тейеш.

Ошо уңайҙан 2-се Аҡъяр мәктәбендә инде матур традицияға әүерелгән сара - "Иң яҡшы мәктәп ашнаҡсыһы - 2022" бәйгеһе үтте.

Тулы мәҡәлә "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 14-се һанында.

Автор:
Читайте нас