

шоколад пирожное рецебы :
- 500 г кефир йәки сөсө ойотҡан (ойоған һөт)
- 2 йомортҡа
- 1 стакан шәкәр ҡомо
- 3 аш ҡалағы какао порошогы
- 1 пакетик разрыхлитель йәки 1 сәй ҡалағы сода
- 200 г он ( бер стакан )
Ошоларҙың бөтәһен дә бергә ҡушып болғарға ла майлы табаға ҡойоп 180 ° ҡыҙыулыҡта 30-40 минутҡа бешерергә ҡуйырға. Бешкәнлеген ағас сыбыҡ менән сәнсеп тикшереп ҡарарға.
Әле генә бешереп сыҡҡан бисквит өҫтөнә крем эшләп ҡоябыҙ : сливочный майға какао порошогы ҡушып болғарға (самалап алырға ) йәки плитка шоколад , иретелгән массаны бисквит өҫтөнә ҡойоп тигеҙләргә һәм бисквитты һыуытырға ҡуйырға . Бисквитты һыуынғас ҡына киҫергә мөмкин . 
#Гөлгөнә_Байегетова#аш_һыу