

Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығының Гидрометеорология етәксеһе Анна Козаева 5 апрелдә Өфө хакимиәтендә үткән оператив кәңәшмәлә апрелгә һауа торошо хаҡында һөйләне.
«Уртаса һауа температураһының 4-6 градус булыуы көтөлә, был норманан юғарыраҡ. Яуым-төшөм норманан күберәк. Ай дауамында тотороҡһоҙ һауа торошо фаразлана. Апрелдең тәүге декадаһында һауаның +5, +10, урыны менән +15, ә айҙың икенсе һәм өсөнсө декадаларында +10, +15, ҡайһы бер көндәрҙә +17, +22 градусҡаса йылыныуы ихтимал. Һауа массалары алмашынғанда ямғыр, урыны менән епшек ҡар яуыуы мөмкин», тип хәбәр итте Анна Козаева.
Фото:Ксения Калинина.