ЙӘМҒИӘТ
5 Апреля 2022, 11:46

Башҡортостанда йәшәүселәрҙе оҙайлы ял көндәре көтә

-

Добавить в предпочтительные источники Google
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе оҙайлы ял көндәре көтәБашҡортостанда йәшәүселәрҙе оҙайлы ял көндәре көтә
Башҡортостанда йәшәүселәрҙе оҙайлы ял көндәре көтә

Башҡортостандың Хеҙмәт министрлығы май байрамдарына бәйле өҫтәмә ял көндәре тураһында иҫкә төшөрҙө. 1 майҙа Рәсәйҙә — Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы, ә 9 майҙа — Еңеү көнө. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт кодексына ярашлы, улар ял тип иҫәпләнә. Башҡортостанда быйыл 2 майҙа дин тотҡан мосолмандар Ураҙа байрамын билдәләй.

«Рәсәй Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 1 ғинуарҙағы ял 3 майға, 2 ғинуарҙағыһы 10 майға күсерелде, – тип асыҡлыҡ индерҙеләр ведомствола. – 2022 йылда 1 май йәкшәмбегә тура килә. Ял һәм байрам көндәре тап килгән осраҡта, ял көнө байрамдан һуңғы эш көнөнә күсерелә. Тимәк, 1 майҙағы ял көнө 2 майға күсерелә. Ураҙа байрамы 2 майҙағы ял көнөнә тура килә. Тимәк, 2 майҙағы ял көнө (дүшәмбенән) 4 майға (шаршамбыға) күсерелә».

Шулай итеп, Башҡортостанда йәшәүселәр биш көнлөк эш аҙнаһы булғанда 30 апрелдә, 1, 2, 3, 4 һәм 7, 8, 9, 10 майҙа ял итә. Йома, 29 апрелдә һәм 6 майҙа, эш көнө ҡыҫҡармай.

https://www.bashinform.ru/news/social/2022-04-05/kak-zhiteli-bashkirii-budut-otdyhat-na-mayskie-prazdniki-2756979

Автор: