ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2022, 16:37

Хәтирәләр хәтер яңырта

–Бер барғанда сауҡалыҡта беҙгә ҡара-ҡаршы бүреләр осраны, артҡа сигенергә лә ҡурҡҡанды белдерергә лә ярамай, тип үҙ-ара һөйләшәбеҙ. Әмәлгә ҡалғандай, шул ваҡыт атайымдың бер туған ағаһы Йосоп олатай килеп сыҡты... – тип һүҙен дауам итте Мәрйәм инәй Байғужина.

Хәтирәләр хәтер яңыртаХәтирәләр хәтер яңырта
Хәтирәләр хәтер яңырта

Бала һәм һуғыш төшөнсәләре бер-береһе менән ярашырға тейеш булмаһа ла, иң әсе һуғыш яҙмышына тап улар – һуғыш осоро балалары дусар була.

Һуғыш осоро балалары, аталары һуғышҡа киткәндә бишектә ятҡан балалар – бөгөн инде ауыр хеҙмәттән һаулыҡтары ҡаҡшаған оло йәштәге олатайҙар һәм инәйҙәр.

Юлбарыҫ ауылы китапханаһының иң оло йәштәге әүҙем китап уҡыусыларының береһе Мәрйәм инәй Байғужина. Ул – һуғыш осоро балаһы.

Мәрйәм инәй 1937 йылдың ноябрь айында Иҫке Юлбарыҫ ауылында Юныс һәм Маһикамал Байғужиндарҙың ғаиләһендә икенсе бала булып яҡты донъяға килә. Айса исемле улынан һуң тыуған ҡыҙҙы атаһы ололап, ҙурлап Мәрйәм тип исем бирә (Мәрйәм — боронғо йәһүд теленән бик шәп, ханым, әсә тигәнде аңлата).

–Аҡҡужа менән Иҫке Юлбарыҫ ауылдары Ерәнағас йылғаһының түбәнге ағымында урынлашҡан ине. Бала сағым ошонда үтте, был осорҙа күп кенә ғаиләләр иҫке ауылдан яңы барлыҡҡа килгән ауылға күсә башлағандар ине. Ә беҙҙең ғаилә һаман да иҫке ауылда йәшәй. Атайым Юлбарыҫ ауыл Советының комиссия ағзаһы булды, күк атына атланып Айыулыға эшкә йөрөгәне әле лә иҫтә ҡалған. Әсәйем өсөнсө бәпескә ауырлы булып, тыуҙырырға ваҡыт еткән. Ҡапыл тулғаҡ тотоп, ауырып китә. Баланы тыуҙыр өсөн Һабырға барырға кәрәк. Атайым атын егеп, әсәйҙе арбаға һалып, юлға сығалар. Юлда әсәйҙең хәле киҫкенләшә. Барып етә алмаҫты һиҙеп, кире боролоп ҡайталар. Күп тә тормай әсәй йән бирә, ҡарынында йөрөткән сабый ҙа яҡты донъяны күрә алмай үлә, – тип хәтер йомғағын һүтте Мәрйәм инәй. –Мин иҫ белә башлағанда һуғыш бара ине. Аслыҡ-юҡлыҡ осоро. Яҙ етеү менән, тау битләүҙәре ҡарҙан әрселә башлағас бар халыҡ ҡырға сығып үлән менән туҡлана башлай. Айса ағайым, үҙенән ҙурыраҡ булған балалар менән бергә, йылға аръяғында үҫкән екән тамыры ашап ағыуланды. Башҡалар нисектер өйҙәренә ҡайтып, уларҙы ҡоҫтороп, ҡотҡарып ҡалдылар. Ә ағайыма йылға аша үтергә насип булмай, һыуға ҡолай, шунда һәләк була. Шунан һуң ғаиләлә атайым менән мин генә тороп ҡалдыҡ.

– Күрше ауылға көҙ һәм яҙ айҙарында йәйәү йөрөп уҡыныҡ. Ҡыш көнө юл булманы, өҫтәүенә бүре өйөрҙәре элек йыш осраны. Бер барғанда сауҡалыҡта беҙгә ҡара-ҡаршы бүреләр осраны, артҡа сигенергә лә ҡурҡҡанды белдерергә лә ярамай, тип үҙ-ара һөйләшәбеҙ. Әмәлгә ҡалғандай, шул ваҡыт атайымдың бер туған ағаһы Йосоп олатай килеп сыҡты. Ул Яңы Юлбарыҫ ауылына магазинға тип юлланған була. Олатай ҡысҡырып-һөрәнләп барҙы, беҙ уның артынан ҡалмай йүгерә-атлай мәктәпкә барып еттек. Ә дәрестәр бөтөп, ҡайтырға сыҡҡанда инде беҙҙе оҙатыусы кеше юҡ, ни эшләргә!? Муйыныбыҙҙағы ҡыҙыл галстукты оҙон таяҡҡа бәйләп, әләм итеп тотоп, ҡурҡа-ҡурҡа юлға сыҡтыҡ... – тип һүҙен дауам итте әңгәмәсем.

 

Мәҡәләнең дауамын "Хәйбулла хәбәрҙәре" гәзитенең 13-сө һанында уҡығыҙ.

Автор:Гөлсинә Мәғәфүрова, Юлбарыҫ ауылы
Читайте нас