ЙӘМҒИӘТ
4 Апрель 2022, 05:07

Ҡар таҙартҡыс машина-Вәзәмдә!

Ауыл ерендә бик кәрәкле бүләкте  Вәзәм ауылынан Рәйсә Ғәлиева  отто

Ҡар таҙартҡыс машина-Вәзәмдә!Ҡар таҙартҡыс машина-Вәзәмдә!
Ҡар таҙартҡыс машина-Вәзәмдә!

Билдәле булыуынса, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто йыл да гәзит-журналдарға яҙылған кешеләр араһында “Яҙыл һәм бүләк от!” тип аталған бик матур акция иғлан итә. Гәзит уҡыусылары был  конкурста ҡатнашып, ҡиммәтле бүләктәр отоу мөмкинлегенә эйә. Шарт ябай – бер республика һәм бер район баҫмаһына яҙылырға һәм квитанция күсермәһен нәшриәт йортона ебәрергә генә кәрәк. “Сәләм” тапшырыуында конкурс шарттарын үтәгәндәр араһында ҡиммәтле бүләктәр уйнатылды.

Ауыл ерендә бик кәрәкле бүләкте – ҡар таҙартҡыс машинаны  Вәзәм ауылында йәшәүсе Рәйсә һәм  Раил Ғәлиевтар  отто.

Ғәлиевтарҙың ҡыуанысын уртаҡлашырға “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң генераль директоры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рәсүл Сәфәрғәлиев һәм “Йәшлек” гәзитенең баш мөхәррире Артур Дәүләтбәковтар шәхсән килеп, бүләк тапшырҙылар.

--“Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто менән бергәләп эшләй башлағандан, иғлан иткән акцияла гәзит уҡыусылар ҡиммәтле бүләктәр алып ҡыуана.  Хәйбулла районынан да йыш ҡатнашып, бүләкле булдылар. Ә Ғәлиевтар өлөшөнә төшкән бүләк ауыл ерендә бик кәрәкле тип һынайым,-тине Артур Хәсән улы.

--Рухи милли баҫмаларҙы яҙҙыртмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Район һәм республика гәзиттәре өйгә килмәһә, нимәлер етмәгән кеүек тойола. Йыл һайын отош уйындарында ҡатнашып торһаҡ та, ошоға тиклем бер ҙә отҡаныбыҙ булманы. Беҙҙең ауылда «Йәшлек»те алдырыусылар күп. Республика яңылыҡтарын, шунан хикәйәләрҙе, төрлө ғибрәтле хәлдәрҙе яратып уҡыйбыҙ. Шулай уҡ баҡса, аш-һыу темаһына бәйле мәҡәләләр оҡшай. Ә “Хәйбулла хәбәрҙәре”—үҙебеҙҙең гәзит! Ул инде һәр йортҡа мотлаҡ килергә тейеш тигән фекерҙәбеҙ, - тине Рәйсә һәм Раил Ғәлиевтар. "Хәйбулла хәбәрҙәре" һәм "Йәшлек" гәзиттәренә яҙылып, "Республика Башкортостан" нәшриәт йорто ойошторған отош уйынында бүләк алыуына бик шат улар. “Райондың урман зонаһында әле ҡар күп. Быйыл уҡ ҡар таҙартҡыс машинаның мәнфәғәтен күрә алабыҙ”,--тине Рәйсә апай.

Еңеүселәребеҙҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Ҡыуанып файҙаланырға яҙһын!

Әйткәндәй, 1 апрелдән гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы старт алды.  Һеҙ ҙә “Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм  республика гәзиттәренә яҙылып, бүләкле була алаһығыҙ!

Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Марьям Имангулова
Читайте нас