ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2022, 14:33

Насар уйҙарҙан нисек арынырға?

Психологтар бик ябай, әммә һөҙөмтәле алымдар тәҡдим итә.

Насар уйҙарҙан нисек арынырға?Насар уйҙарҙан нисек арынырға?
Насар уйҙарҙан нисек арынырға?

🌞Башҡалар тураһында хәстәрлек күр. Әңгәмәсегеҙҙең дә борсолоу кисереүе һәм ярҙамға мохтаж булыуы ихтималлығын онотмағыҙ.

🌞Балаларға иғтибарлы булырға кәрәк. Балалар өлкәндәрҙең эмоциональ торошона бик һиҙгер. Өлкәндәр ни тиклем тынысланһа, бала ла шул тиклем тынысыраҡ булыр.

🌞Ололарға иғтибарлы булырға кәрәк. Уларға ярҙам итеү күп нәмәнең үҙеңә бәйле булыуын тойорға ярҙам итер.

🌞Аралашыуҙы, спортты, мауығыуҙарҙы иғтибарһыҙ ҡалдырма. Быларҙың барыһы ла борсолоуға, ҡурҡыуға тотонолған энергияны тулыландырасаҡ.

🌞Мәғлүмәт гигиенаһын күҙәтеп бар. Мәғлүмәт ағымына сумыу борсолоу кимәленең күтәрелеүенә килтерә, әммә уны бөтөнләй иғтибарһыҙ ҡалдырма. Алтын урталыҡты һаҡлау мөһим.

☎ Яуаптарҙы Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ашығыс психологик ярҙам үҙәге әҙерләне.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан #объясняемрф

 

Сығанаҡ: "Башҡортостан ҡыҙы" журналы.

Автор:
Читайте нас