ЙӘМҒИӘТ
2 Апрель 2022, 16:56

Һеҙҙә "Баш итенә саҡырыу" йолаһы һаҡланғанмы?

Ә бына Байғусҡарҙар боронғо йолаларҙы һаҡлай

Һеҙҙә "Баш итенә саҡырыу" йолаһы һаҡланғанмы?Һеҙҙә "Баш итенә саҡырыу" йолаһы һаҡланғанмы?
Һеҙҙә "Баш итенә саҡырыу" йолаһы һаҡланғанмы?

Халҡыбыҙҙың матур йолаларын тергеҙеү маҡсатында Байғусҡар ауылы мәҙәниәт йортонда баш ите менән һыйлау йолаһы ойошторолдо.

Малдың башын таҙартып йыуып, бешереп алғас, уны ҡунаҡтарға сығарыр алдынан өлөштәргә бүлделәр. Башты киҫәктәргә бүлгәндә һәр кемгә тәғәйен өлөш сығарҙыҡ. Тәүҙә ил-йорт тыныс булһын тип, ашлыҡ уңһын, мал-тыуар һимеҙ булһын, тип теләктәр әйттеләр.

Ололарҙың ошондай әйтеме лә бар: Ит- иткә, һурпаһы - биткә, ҡойҡаһы - һөйәккә. Ауыл халҡы баш ите менән һыйланып, самауыр сәйе эсеп, күңелле көйҙәргә уйнап-көлөп күңел асып таралыштылар.

#Год_народного_искусства_и_нематериального_культурного_наследия
#БайгускаровскаяСельскаяБиблиотека

 

Автор:
Читайте нас