ЙӘМҒИӘТ
1 Апреля 2022, 17:42

Һалдаттар “ҡыҙыу нөктә"ләргә ебәрелмәйәсәк

Егеттәрҙе армияға алыу 15 июлгә хәтлем дауам итә.

Һалдаттар “ҡыҙыу нөктә"ләргә ебәрелмәйәсәкҺалдаттар “ҡыҙыу нөктә"ләргә ебәрелмәйәсәк
Һалдаттар “ҡыҙыу нөктә"ләргә ебәрелмәйәсәк

1 апрелдә Башҡортостанда яҙғы саҡырылышҡа старт бирелде. Егеттәрҙе армияға алыу 15 июлгә хәтлем дауам итә. Башҡортостан Хәрби комиссариатынан хәбәр итеүҙәренсә, биш мең тирәһе егет Рәсәйҙәге төрлө ғәскәри частәргә оҙатыласаҡ.

Ә дөйөм алғанда, Рәсәй буйынса әрме сафтарына 134,5 йәш егет баҫасаҡ, был үткән осорға ҡарағанда кәмерәк. Һалдаттарҙың әрме хеҙмәте уҡыу үҙәктәрендә башлана, уҡыу-өйрәнеү осоро өс айҙан биш айғаса бара.

Рәсәй Оброна министрлығынан белдереүҙәренсә, һалдаттарҙы Украинаға ебәрмәйәсәктәр. Ә махсус операцияла тик профессиональ хәрбиҙәр генә ҡатнаша.

- Һалдаттар “ҡыҙыу нөктә"ләргә ебәрелмәйәсәк, – тине Рәсәй оборона министры Сергей Шойгу. – Үткән йылғы яҙғы саҡырылыштағы һалдаттарҙың хеҙмәт срогы тулыу менән тыуған яҡтарына ҡайтасаҡтар.

Әйткәндәй, быға тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путин да һалдаттарҙың Украиналағы махсус операцияла ҡатнашмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Коронавирус ауырыуын таратмау маҡсатында урындағы хәрби комиссариаттарҙа һәм йыйылыу пункттарында төрлө һаҡланыу саралары күрелә.

 

 

Фото: Олег Яровиков (Башинформ).

Автор:Илдар Акьюлов
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2022-04-01/bish-me-tir-e-ya-tashyby-rme-safyn-tulylandyra-2753451
Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас