

Сығышы менән Аҡъяр ауылынан, әммә Бәләбәй районының Знаменка ауылында йәшәгән Роберт Ғәле улы бынан бер нисә йыл элек пластик шешәләрҙе файҙаланып, ихатаһында теплица эшләй. Бер аҙҙан аяҡ аҫтында сүп-сар булып ятҡан пластик материалдан бына тигән келәт тә барлыҡҡа килә. Унда шифалы үләндәр киптереүгә уңайлы.
--Интернет селтәрендә бер кешенең пластик шешәләрҙән теплица эшләүен күреп ҡалып, үҙем дә эшләп ҡарарға булдым. Кәрәкле дана һауыттарҙы йыйғас, уларҙың өҫ һәм аҫҡы яҡтарын ҡырҡып ташлап, үҙем эшләгән махсус ҡулайламала эҫе баҫым аҫтында тигеҙләйем. Һөҙөмтәлә ҡағыҙ ҡалынлығында тигеҙ бит килеп сыға. Мәшәҡәтле эш, әммә эшләй башлаһаң, ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс,--ти педагогия хеҙмәте ветераны Роберт Иманғолов.
Хәҙер, көндән-көн үҫкән хаҡтарға эйәрә лә алмағанда, үҙ ҡулдарың менән эшләгән әйберҙәр күпкә отошло булыуын берәү ҙә инҡар итмәҫ моғайын.
Фотола артҡы планда пластик шешәләрҙән эшләнгән теплица.