

Инструктор-методик сборҙа 2021 йылдың көҙөндә граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыуға йомғаҡ яһалды һәм 2022 йылдың яҙында хәрби хеҙмәткә саҡырыуҙы ойоштороу һәм үткәреү буйынса бурыстар билдәләнде.
Уның эшендә Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссары Ринат Зәбиров, район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Роза Рәсимәмбәтова, ауыл биләмәләре башлыҡтары, полиция вәкилдәре, саҡырыу комиссияһы ағзалары, белем биреү учреждениелары етәкселәре, йәшәйеш хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусылары һәм башҡалар ҡатнашты. Сибай ҡалаһы һәм Хәйбулла районы хәрби комиссары Ринат Зәбиров үҙенең сығышында 2021 йылда хәрби хеҙмәткә көҙгө саҡырыу кампанияһы йомғаҡтары тураһында хәбәр итте. Әйтәйек, 2021 йылдың 1 октябренә хәрби иҫәптә торғандарҙың дөйөм һанынан 243 призывник саҡырылырға тейеш булған, саҡырыу комиссияһынан 190 кеше килгән. Саҡырыу комиссияһы 90 егеткә ҡарата хәрби хеҙмәткә саҡырыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Рәсәйҙең Ҡораллы көстәренә 80 егет оҙатылды. 73 гражданға хәрби хеҙмәткә саҡырыу кисектерелде.
Хәрби хеҙмәткә саҡырылырға тейешле граждандарҙы медицина хеҙмәттәре менән тәьмин итеү буйынса эштең торошо һәм саҡырыуҙы үткәргәндә медицина тикшереүенең сифатын күтәреү буйынса саралар тураһында Аҡъяр үҙәк район дауаханаһының баш табибы урынбаҫары Рәмилә Шәрипова сығыш яһаны. Хәйбулла районының ДОССАФ-ы рәйесе Фаил Юлдашбаев «С» категорияһындағы водителдәргә әҙерлек һәм уҡытыу тураһында хәбәр итте. Рәсәй Эске эштәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса идаралығының бүлек начальнигы Йәүҙәт Торсонбаев хәрби хеҙмәткә саҡырыуға бәйле сараларҙы үтеүҙән ҡасып йөрөгән граждандарҙы эҙләүҙе ойоштороу һәм үткәреү тураһында хәбәр итте.
Хәйбулла районының «Юнармия» штабы начальнигы Марсель Собханғолов балалар һәм үҫмерҙәрҙе хәрби-патриотик йәмәғәт хәрәкәтенә ҡабул итеү һөҙөмтәләре хаҡында һөйләне. Муниципаль район хакимиәте вәкиле Илнур Мәмбәтов үҙ сығышында ГТО тапшырыу һәм саҡырыу йәшендәге граждандар араһында хәрби-патриотик тәрбиә биреү планын үткәреү һөҙөмтәләре тураһында мәғлүмәт бирҙе.