ЙӘМҒИӘТ
30 Март 2022, 06:44

«Кэшбек» программаһы быйыл палаткалы лагерҙарға ла ҡағыла

Йәғни уларҙа ял итеүселәргә лә юллама хаҡының 50 процентын кире ҡайтарырға мөмкин.  

«Кэшбек» программаһы быйыл палаткалы лагерҙарға ла ҡағыла«Кэшбек» программаһы быйыл палаткалы лагерҙарға ла ҡағыла
«Кэшбек» программаһы быйыл палаткалы лагерҙарға ла ҡағыла

Мәғлүм булыуынса, 2021 йылдан балаларҙың йәйге ялын ойоштороу буйынса «Кэшбек» программаһы эшләй. Әммә үткән йылда ул стационар лагерҙарҙа ғына тормошҡа ашырыла ине. Был системаға ярашлы, ата-әсәләр юлламаны «Мир» картаһы аша түләп ала.

Юллама хаҡының 50 проценты 5 көн эсендә кире ҡайтарыла, сумма 20 мең һумға тиклем етергә мөмкин. Бының өсөн банк картаһының «Приветмир.ру» сайтында теркәлеүе мотлаҡ. Программала ҡтанашыусылар өсөн Башҡортостан ҡаҙнаһынан да өҫтәмә сығымдар бүленә. «Балалар кэшбегы» быйыл 31 марттан уҡ эшләй башлай.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Автор:
Читайте нас