ЙӘМҒИӘТ
28 Март 2022, 05:25

Иҫкә алайыҡ

Һөйөклө кейәүебеҙ Ҡоҙабаев Юлай Хөрмәт улы,  беҙҙе ҡайғыларға һалып,  баҡыйлыҡҡа күсеүенә бөгөн 28 мартта 40 көн тулды. Юлай кейәүҙе белгәндәр беҙҙе менән бергә уны иҫкә алһындар ине. Уның урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын.

Иҫкә алайыҡИҫкә алайыҡ
Иҫкә алайыҡ

Аҡҡош һөйөүенә тиң ғүмер…

Эйе, Юлай кейәүебеҙ менән Фларида бикәсемдең  бергә татыу йәшәүҙәрен аҡҡош һөйөүе менән сағыштырырға мөмкин. Уларҙың мөнәсәбәтендә ғәжәйеп  бер йылылыҡ, бер-береһе тураһында хәстәрлек күреү, яҡлау, ҡәҙер итеү бар ине, тәүге саф хистәрен сайпылтмайынса һаҡлап, кешеләрҙе һоҡландырып, беҙҙе ғорурландырып, ғүмерлек һөйөү итеп йәшәй алған һоҡланғыс пар ине.                           

Тик тормош үкенесһеҙ булмай шул, 48 генә йәшендә беҙҙең  һөйөклө кейәүебеҙ, Ҡоҙабаев Юлай Хөрмәт улы,  беҙҙе ҡайғыларға һалып,  баҡыйлыҡҡа күсеүенә 28 мартта 40 көн тула. Уның юҡлығына ышанып  булмай, күңелдәрҙә онота алмаҫлыҡ һағыныу һағышы, йөрәктәрҙә ауыр яра булып юҡһыныу хисе  көндән-көн  көсәйә генә...

Ифрат сабыр, тыйнаҡ, уңған Фларидаға пар булған тырыш, кешелекле, ярҙамсыл, эшсән, яуаплы, маҡсатлы, һәр эшен бар нескәлектәренә тиклем башҡарған, ниндәй генә эшкә тотонһа ла, ҡулынан килгән Юлай кейәү. Юҡҡа ғына 30 йыл намыҫлы, абруйлы, уңған шофер булғанмы, сөнки ҡар яуһа ла, буран булһа ла, яҙғы-көҙгө бысраҡта ла юлда булырға кәрәк. Ҡасан өлгөргәндер, машинаһы ла һәр саҡ төҙөк хәлдә булды. Дүрт ҡыҙының инсафлы, илтифатлы, уҡымышлы булып буй еткереү­ҙәренә лә  күп көс һалып, донъя мәшәҡәттәрен парлап тартып, бер-береһенә терәк-таяныс булды. Уларҙың йорттары әллә ҡайҙан бында тырыш, егәрле кешеләр йәшәүен һөйләп, бар урамға йәм биреп, балҡып тора. Донъялары төҙөк, ихата эсендә лә, кәртә-ҡура тирәһендә лә  тәртип, таҙалыҡ хөкөм һөрә.

Кейәүебеҙ Юлай Хөрмәт улы сәләмәт тормош алып барҙы, ҡышын ғаиләһе менән саңғыла йөрөргә, ә йәйен тәбиғәттә ял итергә яратты.Ҡыҙҙары Зөлфиә менән Айгөлгә юғары белем биреп, матур туй үткәреп, кейәүгә бирҙеләр. Юлай кейәү бигерәк туған йәнле булды.Ҡоҙабаевтар шәжәрәһен үткәргәндә Фәрит  Муса улына һәр яҡан ярҙам итеп, бар эште үҙ өҫтөнә алып, һәр нәмәне еренә еткереп башҡарҙы. Яҡын туғандары ауырыһа, барып хәлен белеп, кәрәк саҡта йомоштарын үтәп, бер ваҡытта ла ярҙамдан баш тартманы.

Флариданың, балаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, уларға сабырлыҡ, түҙемлек,  ауырымай, балалары менән иҫән-һау, бәлә-ҡазаһыҙ йәшәүен теләйбеҙ. Юлай кейәүҙе белгәндәр беҙҙе менән бергә уны иҫкә алһындар ине.Уның урыны ожмахта, йәне йәннәттә булһын.

Сибәр һәм Хәбир Ҡоҙабаевтар ғаиләһе.

Аҡъяр ауылы.

Автор:
Читайте нас