

93 йәшлек Хәҙисә Ғөбәйт ҡыҙы - Йәнтеш ауылында берҙән-бер тыл хеҙмәтсәне. Ул Аҡнаҙар ауылында донъяға килгән. Һуғыш башланғас, атаһын фронтҡа саҡыралар, ә шул арала дүрт класты тамамлаған Хәҙисә колхозда эшләй башлай, ҡулынан килгәнсә ярҙамлаша. Баҫыуҙа эшләгән саҡта, һеңлеһенең һуғыш бөтөүе тураһында шатланып хәбәр итеүен бөгөнгө көндәй хәтерләй ул.
Хәҙисә Ғөбәйт ҡыҙы Ғәлиәхмәт ауылы медицина пунктында санитарка һәм трахоматоз шәфҡәт туташы булып эшләгән, ул ошо ауыр сирҙе бөгөнгө коронавирус менән сағыштыра. 1952 йылда Ғәлимйән Байғусҡаровҡа кейәүгә сыға һәм Йәнтеш ауылына күсеп китә. Колхозда иҫәпсе булып, төрлө эштә эшләгән, тормош иптәше ферма мөдире булған.
- Пандемияға тиклем мәсеткә йөрөнөм, клубта бөтә сараларҙа, Еңеү көнө байрамдарында, "Ағинәйҙәр" клубында ҡатнаштым, төрлө конкурстарҙа сығыш яһаным, мөнәжәттәр уҡыным. Хәҙер күберәк өйҙә ултырам. Намаҙ уҡыйым, Башҡортостан телевидениеһы буйынса яңылыҡтарҙы ҡарап барам, 70 йылдан ашыу «Хәйбулла хәбәрҙәре» район гәзитен яратып уҡыйым, - ти Хәҙисә инәй.
Хәҙисә Ғөбәйт ҡыҙы әйтеүенсә, оҙон ғүмерҙең сере тәү сиратта даими хәрәкәттә, насар ғәҙәттәрһеҙ, үҙең һәм намыҫың менән тыныс йәшәү һәм мотлаҡ күп эшләү мөһим, ти.