ЙӘМҒИӘТ
25 Март 2022, 09:07

Хәмерҙән баш тартырға хәл иттеләр

Хәйбулланың ике ауылында иҫерткес эсемлектәрҙе бөтөнләй тыйырға уйлайҙар

Хәмерҙән баш тартырға хәл иттеләрХәмерҙән баш тартырға хәл иттеләр
Хәмерҙән баш тартырға хәл иттеләр

Бөгөн Хәйбулла районы Советы депутаттары сираттағы ултырышта 2020 һәм 2021 йылдарҙа «Айыҡ ауыл» конкурсының муниципаль этабында еңеүселәр - Бәләкәй Арыҫланғол һәм Әбүбәкер ауылдары биләмәһендә алкоголле продукцияны ваҡлап һатыуҙы тулыһынса тыйыу тураһында закон сығарыу башланғысы менән Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайға мөрәжәғәт итергә хәл итте.

Был ҡарарҙы ҡабул итеүгә вәзәмдәрҙең һәм әбүбәкерҙәрҙең үҙ ауылдарында алкоголле продукцияны ваҡлап һатыуҙы тулыһынса тыйыу тураһында башланғысы сәбәпсе булды. Ошо тораҡ пункттарҙа йәшәгән халыҡтың фекерен асыҡлау өсөн йыйылыштар, граждандарҙан һорау алыу үткәрелгән, унда халыҡ үҙ биләмәләрендә алкоголь продукцияһын ваҡлап һатыуҙы бөтөнләй тыйыу өсөн тауыш биргән.

Хәмерҙән баш тартырға хәл иттеләр
Хәмерҙән баш тартырға хәл иттеләр
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас