

Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының Хәйбулла районы бүлексәһенең кесе суд приставы хеҙмәт иткән саҡта кешене ҡотҡарған.
Суд процесы башланыуын көткән ваҡытта ирҙең эпилепсия өйәнәге башланған. Видеокүҙәтеү камераһы аша кешенең аңын юғалтҡанын һәм ҡолағанын күргәс, эске хеҙмәттең кесе сержанты Йәлил Байғабулов зыян күреүсегә ярҙам күрһәтеү өсөн уның янына йүгереп сыға. Ул гражданды аңына килтереү һәм ҡаты сирҙең эҙемтәләренә юл ҡуймау өсөн шул мәлдә кәрәкле бөтә манипуляцияларҙы аныҡ һәм ойошҡан рәүештә башҡарҙы. Табиптар бригадаһы килгән мәлдә ир аңына килгән ине. Табиптар әйтеүенсә, сирле кешенең эпилепсия өйәнәге, шулай уҡ Йәлил Байғабуловтың грамоталы эш итеүе уның ғүмерен ҡотҡарып алып ҡалған.
Әйткәндәй, Йәлил Байғабулов 2021 йылдың февралендә суд приставтары сафын тулыландырҙы. Армияла хеҙмәт итә. Бер йыл эшләү дәүерендә Йәлил Хәлил улы үҙен яуаплы, грамоталы, маҡсатҡа ынтылышлы, тырыш белгес булараҡ күрһәтте. Ул үҙ алдына ҡуйылған бөтә бурыстарҙы тулыһынса һәм лайыҡлы үтәй.
Фаяз Илбәков.
Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығының Хәйбулла районы бүлексәһе етәксеһе