

Быйыл март айының тәүге көндәре ҡояшлы, йылы тороуға ҡарамаҫтан, ҡыш һис кенә лә бирешергә теләмәй әле, һалҡынайтып ебәрә. Шулай ҙа ҡар тиҙ иреп бөтөп, яҙҙың иртә килеүен фаразлайҙар. Шуға ла һауа температураһы кинәт йылытҡан осраҡта яҙғы һыу көтөлгәндән дә көслөрәк буласаҡ. Халыҡҡа йылғаларҙа һыу күтәрелеү генә түгел, ирегән ҡар һыуҙары ла янай. Быйылғы ташҡын нисек булыр? Уны ҡаршылауға әҙерлек нисек бара? Күптәрҙе борсой был һорау.
Шуға бәйле, муниципаль район хакимиәтендә ташҡын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү буйынса комиссия ултырышы үтеп, яҙғы ташҡынға әҙерлек мәсьәләһе төп тема булды.
Тулы мәҡәләне Хәйбулла хәбәрҙәре гәзитенең 12-се һанында уҡырһығыҙ.