ЙӘМҒИӘТ
23 Марта 2022, 06:27

Прокатҡа күлдәк кәрәкме?

Бөгөн бизнеста төп ролде ир-егеттәр уйнай, тигән фекерҙе еңел генә кире ҡағырға мөмкин. Хәҙерге заман ҡатын-ҡыҙҙары төрлө эшмәкәрлек өлкәләрендә, шул иҫәптән үҙ эшен үҫтереүҙә лә әүҙемлек күрһәтә. Аҡъярҙа уңышлы, эшлекле яңы эш башлаусылар бихисап. Шундайҙарҙың береһе – Өфө ҡалаһында йәшәүсе Райхана Баймырҙина.

Прокатҡа күлдәк кәрәкме?Прокатҡа күлдәк кәрәкме?
Прокатҡа күлдәк кәрәкме?

Ул Өфө ҡалаһы һәм Хәйбулла районы алыҫ тип тормай, Аҡъярҙа никах кейемдәре өсөн һәм мосолмандарҙың көндәлек кейемдәре бүлеге асҡан. Үҙе әйтеүенсә, ул ҙур булмаһа ла, әммә шәхси бизнес хаҡында күптән хыялланып йөрөгән.
Йүнсел үҙ эшен башларға ҡурҡмаған, сөнки нимә теләгәнен һәм эшмәкәрлеген нисек башларға кәрәклеген аныҡ белгән. “Магазин исеме өҫтөндә бер айҙан ашыу уйландым, төрлө варианттар һайланым, һөҙөмтәлә «Сәлимә» тип атаным. Сөнки был ҡыҙымдың исеме",–ти ул.

–Декрет ялында ултырғанда төрлө ҡул эштәре менән булыштым: бәйләнем дә, сәскәләр, ҡурсаҡтар ҙа эшләнем. Артабан тормош иптәшем менән уйлап, әҙерәк туплаған аҡсаға, Татарстандың Әлмәт ҡалаһынан никах күлдәктәрен заказ буйынса алып, Хәйбуллаға ҡайттыҡ. Был хыял бала саҡтан булды. Кейәүгә сыҡҡас та иремә үҙ эшеңде асыу отошло тип әйтә инем. Ул нимә эшләһәң дә, ярҙам ҡулы һуҙасаҡмын тине. Үҙ эшемде асыуҙа ике яҡтан да туғандар ҙур өлөш индерҙе. Яҡындарыма ҙур рәхмәтлемен.

Хәйбулла районына ҡайтҡан һайын туғандар, яҡындар кейәүгә сыҡһалар, күлдәк табыуы ауыр, тиҙәр ине. Икенсе ҡалаларға барып, 10-15 меңгә күлдәк, яулыҡ алһаң, шулай уҡ юл хаҡы ла кеҫәгә һуға. Шуға күрә, район үҙәгендә никах кейемдәрен прокатҡа алып тороу отошло, тигән фекерҙәмен.
Әлбиттә, үҙ эшеңде асыуҙа ҡыйынлыҡтар ҙа осрай. Әммә Райхана әйтеүенсә, теләк булғанда күп нәмәгә өлгәшергә мөмкин, иң мөһиме–ҡурҡмаҫҡа.
–Беҙҙә буласаҡ кәләштәргә никах күлдәге генә түгел, уларҙың әсәләренә лә мосолман күлдәктәре бар. Шулай уҡ һатыуҙа таждар, бижутериялар, яулыҡтар, фата, сәллә (люрекслы), әҙер яулыҡтар бар. Кейәүҙәр өсөн: кәмис (күлдәк), түбәтәй һәм орнаментлы галстуктар (ҡул эштәре). Түбәтәйҙәрҙе, галстуктарҙы башҡорт орнаменттары менән үҙем эшләйем. Иң мөһиме, никах күлдәктәре прокатка, 1500 һумға бер аҙнаға бирелә. Шулай уҡ, кәләштәргә яулыҡ ябынырға өйрәтеү буйынса хеҙмәттәр күрһәтелә.
Яңы эш башлаусы үҙмәшғүл киләсәккә пландар ҡора. Райхана Һиҙиәт ҡыҙы тәҡдим ителгән ассортиментты киңәйтергә теләй. Эшҡыуарлыҡ–ул бер урында тапаныуҙы түҙә алмаған ижади процесс, тип иҫәпләй. «Яңы идеялар тыуҙырырға, һатыуҙың һөҙөмтәлелеген иҫәпләргә һәм уйланылғанды тормошҡа ашырыу мөмкинлеген табырға кәрәк,–тине ул.–Тиҙҙән прокат бүлеге тулы ҡеүәтенә эшләп китер һәм табыш килтерә башлар, ә мин алдыма икенсе юғарыраҡ маҡсаттар ҡуям, тип ышанам».
Һөйкөмлө, үҙ-үҙенә ышанған һәм маҡсатҡа ынтылышлы ҡыҙ менән танышыуға йомғаҡ яһап, Райхана–ниндәйҙер яңылыҡҡа даими ынтылған кеше тип әйтергә мөмкин.Ысын күңелдән уның үҙ эшенең үҫешендә һәм артабан сәскә атыуында уңыштар теләйем.

Кибеттең адресы: Аҡъяр ауылы, автовокзал территорияһы. Эш ваҡыты – сәғәт 9.00-дән 17.00 сәғәткә тиклем. Бәйләнеш өсөн телефон:
8-937-162-67-24.
Гүзәл Бохарбаева.

Автор:Гузель Бухарбаева
Читайте нас