ЙӘМҒИӘТ
23 Март 2022, 16:19

Дуҫлыҡ күпере нығый

Бөгөн Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы Ырымбур өлкәһенең Сембер ауылында милләттәштәребеҙ менән осрашты

Дуҫлыҡ күпере нығыйДуҫлыҡ күпере нығый
Дуҫлыҡ күпере нығый

Бөгөн “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнашыусы Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы Ырымбур өлкәһенең Сембер ауылында дуҫлыҡ осрашыуын уҙғарҙы. Ут күршеләребеҙ араһында мәҙәни программа менән айыҡлыҡты пропагандалауҙы маҡсат итеп ҡуйған сараға башҡорт рухына, моңона һыуһаған ҡәрҙәштәребеҙ йыйылды. Һәүәҫкәр артистарҙың бай концерт программаһынан тыш, Бәләкәй Арыҫланғолдар халыҡ кәсептәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре, ауыл уңғандарының ҡул эштәренән торған сағыу күргәҙмә ойошторҙо. Сембер ауылы халҡы ҙур ихласлыҡ менән кейеҙ баҫырға өйрәнде, хисләнеп башҡорт йырҙарын тыңланы, дәртле бейеүҙәргә тыпырланы. Милли рух көслө Семберҙәрҙә. Күтәренке кәйеф хөкөм һөрҙө залда — һәр кемдең йөҙөндә шатлыҡлы нур балҡый ине. Милләттәштәребеҙҙең рухи ҡаҙнаһын тулыландырырып, хәйриә акцияһы буйынса тупланған китаптарҙы ла бүләк итте вәзәмдәр.


...Һәр осрашыу күңелдә ниндәйҙер эҙ ҡалдыра. Ырымбур өлкәһенә сәфәр мәлендә милләттәштәребеҙҙең йәш быуынға башҡорт телен, тарихын, мәҙәниәтен өйрәтергә тырышыуы, йыр-моңобоҙҙан, йолаларыбыҙҙан ситләшмәүе, матур һәм етеш донъя көтөүе өмөт сатҡыһы һалды. Таяу булырҙай ир-уҙамандары булғанда заман елдәренә бирешмәҫлек көс-ҡеүәт табыр ырымбурҙар, тигән уй күңелде йылыта. Алыҫ араларҙы яҡынайтыусы рухи ептәр генә өҙөлмәһен.

Дуҫлыҡ күпере нығый
Дуҫлыҡ күпере нығый
Дуҫлыҡ күпере нығый
Автор:Хәйбулла районы хакимиәте
Читайте нас