ЙӘМҒИӘТ
22 Март 2022, 09:16

"Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә"

Степной ауылы мәҙәниәт йортонда оҫталыҡ дәрестәре ойошторола

"Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә""Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә"
"Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә"

Степной ауылының мәҙәниәт йортонда Рәсәйҙә иғлан ителгән Халыҡ сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылы сиктәрендә "Белгән өйрәтә, белмәгән өйрәнә" тип исемләнгән оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Ауылдың оҫта ҡуллы ағинәйе Йомабика Фазылова ҡатын-ҡыҙҙарға һаҡал эшләү серҙәрен өйрәтә, һәр элементты ентекле итеп аңлата. Дәрестә ҡатнашыусылар эштәрен яратып башҡара.

 

Сығанаҡ: Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы.

Автор:
Читайте нас