ЙӘМҒИӘТ
21 Март 2022, 11:04

Ғаилә ярҙамға мохтаж

-

Ғаилә ярҙамға мохтажҒаилә ярҙамға мохтаж
Ғаилә ярҙамға мохтаж

Бөрйән районының Мәһәҙей ауылында дүрт балалы ишле ғаилә, янғын сығыу сәбәпле, йортһоҙ тороп ҡалды.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, йорт 19 мартта көндөҙгө сәғәт өстәр тирәһендә янып китә. Бәхеткә күрә, өйҙә бер кем дә булмай. Йортта 14, 12, 8 һәм 6 йәштәрҙәге малайҙар тәрбиәләгән ғаилә йәшәгән.

Ваҡиға урынына тиҙ арала Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре, Байназар ауылының ирекле янғын һүндереү командаһы килеп етһә лә, мөлкәтте уттан аялап ала алмайҙар.

Бер әйберһеҙ урамда тороп ҡалған ғаиләгә ярҙам итергә теләүселәр түбәндәге карта номеры буйынса аҡса күсерә ала:

2202 2018 2822 6494 (Зилиә Азамат ҡыҙы Х.)

Фото "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан. 

Автор:Рәсүл Байгилдин.
Автор:
Читайте нас