

Район үҙәгендә ойошторолған илһөйәрлек акцияһы сиктәрендә уҙғарылған автоуҙышта 60-тан ашыу автомобиль ҡатнашты.
Сарала ҡатнашыусыларҙы автодром янында йыйҙылар. Водителдәр автомобилдәрҙе Рәсәй Федерацияһының, Башҡортостандың дәүләт флагтары һәм төрлө ғәскәрҙәрҙең байраҡ-әләмдәре менән биҙәгне, тәҙрәләренә Z хәрефен йәбештерҙе. Акцияла ҡатнашыусылар колонна менән Аҡъярҙың төп урамдары буйлап үтте һәм стадион янындағы территорияға йүнәлде. Унда һалдаттарыбыҙҙың батырлығы өсөн теләктәшлек, ярҙам һәм ғорурлыҡ билдәһе итеп машиналар Z хәрефе рәүешендә теҙелде.
"Z хәрефе - һаҡсыларыбыҙ беҙҙең һәр саҡ улар янында булыуыбыҙҙы, уларға ярҙам итергә әҙер булыуыбыҙҙы белһен һәм нимә генә булмаһын, улар яғында ҡалабыҙ", - тип билдәләне акцияла ҡатнашыусылар.
фото:Район хакимиәте