ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2022, 15:07

Афарин, Үҫәргән батыры!

Урыҫбай ауылынан Динар Игебаев “Үҫәргән батырҙары” район бәйгеһендә призлы урын яуланы

Афарин, Үҫәргән батыры!Афарин, Үҫәргән батыры!
Афарин, Үҫәргән батыры!

Бәләкәй Арыҫланғол ауылында Хәйбулла районы буйынса Боронғо йолалар һәм уйындар буйынса уҙғарылған "Үҫәргән Батырҙары" тип аталған байгелә Урыҫбай егете Игебаев Динар ҡатнашып 3-сө урын яуланы.


Динар Айҙар улы Игебаев, Урыҫбай ауылында тыуған. Әлеге ваҡытта Өфө ҡалаһында Башҡортостан республикаһы буйынса ФСИН-да хеҙмәт итә. Әүҙем тормош менән йәшәй. Спорт менән шөғөлләнә.
Динарға артабанғы хеҙмәтендә һәм тормошонда ҙур уңыштар теләйбеҙ!

 

Автор:
Читайте нас