


18 мартта Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуына 8 йыл тулыуы айҡанлы Өфөлә лә Конгресс- холл майҙанында “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ” тигән концерт- митинг буласаҡ. 2014 йылда Ҡырымда бөтә халыҡ референдумы үткәргәндән һуң һәм Севастополдә Рәсәйҙең элекке тарихи ерҙәре рәсми рәүештә илгә кире ҡайтарылды.
Йәмәғәт эшмәкәрҙәренең тәҡдиме менән митинг шулай уҡ Луганск һәм Донецк республикаларының халҡына теләктәшлек белдереү сараһы ла буласаҡ. Рәсәй был төбәктәрҙең бойондороҡһоҙлоғон 2022 йылдың 22 февралендә таныны. Шулай уҡ бөгөн Украинала илдең Хәрби Ҡораллы көстәре хәрби операция алып бара. Был тәңгәлдә митингта ҡатнашыусылар Рәсәй Президенты Владимир Путиндың алып барған сәйәсәтенә лә ышаныс күрһәтәсәктәр.
Өфөлә сара “Zа мир”, “Zа Россию” , “Zа Президента” тигән лозунгтар менән алып барыла. Митингта билдәле йәмәғәт һәм сәйәсәт эшмәкәрҙәре ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ тамашасыларҙы эстрада йондоҙҙарының концерты көтә, хедлайнерҙар - Элвин Грей һәм “Ҡала 312” төркөмө.
Башҡортостан халҡы митинг- концертты Башҡортостан Юлдаш телеканалы аша тура эфирҙа ҡарай аласаҡ. Шулай уҡ эфирҙы “Башкортостан 24”, “Сәләм” телеканалдары һәм социаль селтәрҙәр аша ла күрергә мөмкин буласаҡ. Трансляция ваҡыты 13 сәғәт 55 минутта башлана.