ЙӘМҒИӘТ
17 Март 2022, 09:21

Башҡортостанда бер ир үҙенең ике ҡатын-ҡыҙ консультацияһында йөклөлөк буйынса иҫәптә тороуын белеп ҡалған

-

Башҡортостанда бер ир үҙенең ике ҡатын-ҡыҙ консультацияһында йөклөлөк буйынса иҫәптә тороуын белеп ҡалғанБашҡортостанда бер ир үҙенең ике ҡатын-ҡыҙ консультацияһында йөклөлөк буйынса иҫәптә тороуын белеп ҡалған
Башҡортостанда бер ир үҙенең ике ҡатын-ҡыҙ консультацияһында йөклөлөк буйынса иҫәптә тороуын белеп ҡалған

47 йәшлек ир ҡыҙыҡ хәлгә тарыған. Ул водитель таныҡлығы алыу өсөн психиатрға мөрәжәғәт иткән. Шунда үҙенең инсульт кисергәнен, эпилепсия менән ауырығанын белгән. Уға белешмә биреүҙән баш тартҡандар.

❗Йәшәгән урыны буйынса поликлиникаға барғас, 2010 йылдан башлап уға тағы әллә күпме диагноз ҡуйылыуы асыҡланған: остеохондроз, катаракта, глаукома, астма, йөрәк ауырыуҙары, алкоголь менән ағыуланыу һәм башҡалар.

Унан да бигерәк, ул Өфөнөң ике ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһында йөклөлөк буйынса иҫәптә тора икән!

Һаулыҡ һаҡлау министрлығында был хәл тураһында беләләр. Техник хата киткәндер, тип белдерҙеләр ведомствола.

Пациентҡа медицина картаһындағы бөтә хаталарҙы төҙәтергә вәғәҙә иткәндәр.

 

Сығанаҡ: Башкортостаным/яңылыҡтар

Автор:
Читайте нас