

Борон-борон заманда түгел индҽ, үткән быуаттың аҙағында халыҡ бер быуа ҡаңғырып алды, йәнәһе 2000 йыл ахырызаман буласаҡ, ҡояш һүнеп, ерҙе ҡараңғылыҡ ҡаплаясаҡ. Тағы вулкандар терелеп, ер тетрәүҙәр башланһа, кешегә тын алыуы ауырлашасаҡ.
Береһенән-береһе ҡурҡынысыраҡ уйҙырмалар һөйләгәнлектән, телевизорҙан да был турала күрһәткәс, утҡа май өҫтәгәндәй булды. Халыҡ, алдағы буласаҡ дөм ҡараңғы көндәрҙе яҡтыртыу өсөн, күпләп майшәм алып ҡуйырға тырышты, кемеһелер запас аҙыҡ-түлек йыйҙы, битлектәрҙе байтаҡ һатып алды.
Үҙ районында ишеткән хәбәрҙәрҙең дөрөҫлөгөн белергә теләп, ҡоҙағый оло ҡыҙына, еңгәйгә, шылтырата икән.
- Һеҙҙә лә ахырызаман килҽр тип көтәләрме? Һеҙ ҙә әҙерләнәһегеҙме?
Еңгәй ни тиһҽн, үҙҙәрҽндә лә халыҡ араһында һөйләнгән һүҙҙәрҙе әсәһенә еткереп күңелен шомландырғыһы килмәй, уны тынысландырырға тырыша.
- Юҡ, әсәй. Беҙҙә ул турала береһе-бер һөйләмәйсе. Булмаҫтыр ҙа, ишетелер ине юғиһә.
- Ә-ә-ә... Атыу беҙҙең районда зыҡ ҡубып ахырызаманды көтәләр. Әҙерләнеңкерәп торорһоң, Яңы йыл алдынан бҽҙ һеҙгә барырбыҙ, һеҙҙә ахырызаман булмағас, бергә йәшәрбҽҙ...
"Уҙғандарым эҙҙәре. Гөлдәр әбей яҙмалары" төркөмөнән.