ЙӘМҒИӘТ
16 Март 2022, 04:13

Һалым түләүҙә ташламалар

“Транспорт һалымы тураһында”ғы Законға төҙәтмәләрҙең үҙ көсөнә инеүе менән бәйле күп балалы ғаиләләргә түбәндәге һалым ставкалары ғәмәлдә:

Һалым түләүҙә ташламаларҺалым түләүҙә ташламалар
Һалым түләүҙә ташламалар

Күп балалы тип танылған ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһен 150 ат көсөнә тиклемге ҡеүәтле еңел автомобилгә, шулай уҡ 125 ат ҡеүәтенә тиклемге автобусҡа – һәр типтағы бер транспорт сараһын һайлап – транспорт һалымын түләүҙән азат итеү;

Күп балалы тип танылған ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһен ҡеүәте 150-нән 200-гә тиклем булған ат көсө ҡеүәтле двигателле еңел автомобилдәргә 50 процент күләмендә һалым түләү (ике һәм унан күберәк транспорт сараһы хужалары өсөн – бер транспорт сараһын һайлап);

Шулай уҡ инвалид бала тәрбиәләгән ата-әсәләрҙең (уллыҡҡа алыусыларҙың) йәки опекундарҙың (попечителдәрҙең) береһе ҡеүәте 150 ат көсө булған двигателле еңел автомобилдәргә һалымдан азат ителә (ике йәки унан күберәк транспорт сараһы булғандар – бер транспорт сараһын һайлап).

Автор:Гульдар Кадаева.
https://ataisal.com/articles/m-l-m-t/2022-03-15/alym-t-l-tashlamalar-2729206
Автор:
Читайте нас