

“Хәйбулла хәбәрҙәре” һәм “Хайбуллинский вестник” район гәзиттәре коллективтары Вәзәм ауылы халҡының күрше Ырымбур өлкәһе башҡорттары менән дуҫлыҡ осрашыуы нигеҙендә башҡорт телендә китаптар йыйыу тураһындағы саҡырыуына битараф ҡалманы.
Белеүегеҙсә, “Айыҡ ауыл” республика конкурсы сиктәрендә Бәләкәй Арыҫланғол ауылы халҡы Ырымбур өлкәһенең Сембер ауылына дуҫлыҡ осрашыуына юллана. Маҡсаттары--башҡорттар араһында мәҙәни программа менән айыҡлыҡты пропагандалау, оҫталыҡ дәрестәре үткәреү, уларға башҡорт телендәге баҫмаларҙы бүләк итеү. Ошо айҡанлы районда башҡорт телендәге китап-журналдар йыйыу буйынса акция иғлан ителде. Уға теләге булған һәр кем ҡушылып, эстәлекле баҫма өлгөләрен район китапханаһына тапшыра ала. 25 мартта Бәләкәй Арыҫланғолдар тарафынан улар Сембер ауылы халҡына тапшырыласаҡ.
Район халҡын ошо акцияға әүҙем ҡушылырға саҡырабыҙ! Рәми Ғариповтың "Китап бүләк итеү ҙә бит – бәхет, китап ҡәҙерен белгән кешегә" тигән шиғыр юлдарында әйтелгәнсә, күрше өлкә башҡорттарына үҙенсәлекле бүләк эшләйек. Китаптар район мәҙәниәт йорто бинаһында урынлашҡан үҙәкләштерелгән китапханала ҡабул ителә.
Белешмә өсөн телефон: 89371558913