ЙӘМҒИӘТ
15 Марта 2022, 05:04

Былтыр Башҡортостанда егерме меңдән ашыу кеше адреслы социаль ярҙам алған

..

Добавить в предпочтительные источники Google
Былтыр Башҡортостанда егерме меңдән ашыу кеше адреслы социаль ярҙам алғанБылтыр Башҡортостанда егерме меңдән ашыу кеше адреслы социаль ярҙам алған
Былтыр Башҡортостанда егерме меңдән ашыу кеше адреслы социаль ярҙам алған

Социаль контракттар төҙөү планы ла уңышлы үтәлгән. Төбәктең ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, дөйөм алғанда, адреслы программа буйынса республика һәм федераль ҡаҙнанан 486 миллион 600 мең һум үҙләштерелгән.

 

Быға тиклем адреслы социаль ярҙам үҙ эшен асырға теләүселәргә генә бүленһә, быйылдан был мөмкинлек менән һалым органында теркәлгән шәхси эшҡыуарҙар ҙа файҙалана ала. Яуаплы ведомство тарафынан тейешле үҙгәреш буйынса норматив хоҡуҡи акт әҙерләнгән. Республика етәкселеге бөгөнгө иҡтисади шарттарҙа был йүнәлештең мөһимлеген билдәләп, хеҙмәт баҙарындағы хәлде күҙәтергә ҡушты.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр республикала эшһеҙлек кимәле 6,5 проценттан дүрткә тиклем кәмеп, коронавирус пандемияһына тиклем булған күрһәткескә еткәйне. Өфөлә генә эшһеҙҙәр 31 меңгә аҙайған.

Фото №1 - Былтыр Башҡортостанда егерме меңдән ашыу кеше адреслы социаль ярҙам алған

Гөлназ Хәйбуллина

Автор: