


Һайлап алыу конкурсы 2022 йылдың II кварталына билдәләнгән. БР туризм буйынса дәүләт комитеты көн һайын төбәктә туризмды үҫтерергә теләгән эшҡыуарҙар өсөн консультациялар үткәрә.
#миллипроект #нацпроект #национальныепроектыБашкортостан
“Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проектының “Туристик инфраструктураны үҫтереү” федераль проекты сараларын тормошҡа ашырыуҙы тәьмин итеү сиктәрендә Туризм буйынса федераль агентлыҡ Рәсәйҙең бөтә субъекттарына субсидия рәүешендә дәүләт ярҙамы бирә.
Башҡортостан да дәүләт ярҙамына иҫәп тота. Республиканың туризм буйынса дәүләт комитеты төбәк эсендә конкурстар үткәреү өсөн норматив-хоҡуҡи база әҙерләй. Һөҙөмтәлә республикаға йылына 55,5 миллион һум федераль субсидия йәлеп итергә мөмкин.
– Был сараларҙы тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһе булып быйыл кәмендә алты турист проекты барлыҡҡа килеүен көтәбеҙ. Субсидиялар турист кластерҙары, турист инфраструктураһын булдырыу маҡсатына йүнәлтелә. Был пляждарға, турист маршруттарына, кемпингтарға, автокемкингтарға ҡағыла, – ти БР туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Ринат Фәтҡуллин.
Һайлап алыу конкурсы 2022 йылдың II кварталына билдәләнгән. БР туризм буйынса дәүләт комитеты көн һайын төбәктә туризмды үҫтерергә теләгән эшҡыуарҙар өсөн консультациялар үткәрә. Инфраструктура бүлеге белгестәренә консультацияға эләгер өсөн БР туризм буйынса дәүләт комитетына +7 (347) 218-17-25 телефоны буйынса шылтыратырға йәки социаль селтәрҙәрҙә ведомствоға яҙырға мөмкин.
Фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.